29 август Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының атҡаҙанған фән эшмәкәре, тел һәм әҙәбиәт белгесе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугир Поварисов Суфиян Шәмсетдин улының 100 йыллыҡ юбилейы.
Суфиян Поварисов 1924 йылда Башҡорт АССР-ының Илеш районы Тыпый ауылында тыуған.
Һуғыштан һуң Ҡазан дәүләт педагогия иниститутында белем ала. Үзбәкстандың Наманган өлкәһендә, Татарстандың Аҡтаныш районында мәктәптә татар телен уҡыта.1950-1960 йылдарҙа «Ҡыҙыл таң» гәзитендә эшләй. 1960 йылдан Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡыта, профессор.
Суфиян Поварисов 2016 йылдың 3 июлендә Өфөлә вафат булды
Яҙыусының «Ауыл яҙмышы кем ҡулында» исемле китабы(1992 йыл), «Алтын йондоҙло Ләйлә апай» повесы (1970 йыл), «Яңы көй» исемле пьесалар китабы(1967 йыл), «Йәшлек иртәһе» романы (2001 йыл), «Ҡанлы бәхет» роман-хәтирә (2008 йыл) һәм башҡа әҫәрҙәре донъя күргән.
Яҙыусының әҫәрҙәренең һәр ҡайһыһы үҙ уҡыусыһын, үҙ тамашасыһын тапҡан. Уның геройҙары төрлө, әҫәрҙәрендәге ваҡиғалар ҙа, ваҡыт сиктәре лә киң, куләмле. Ләкин уларҙы берләштереп тороусы бер үҙенсәлек бар: улар халыҡтың йөрәгенән сыҡҡан.
«Яратам һине, тормош» тип атай ул үҙенең яҙмышы менән тығыҙ бәйләнешле повесын.
Хөрмәтле уҡыусылар! Һеҙгә яҙыусының ошо повесы буйынса эшләнгән буктрейлер тәҡдим итәбеҙ.